Минең методик табыштарым!
Һәр кешегә тормошоноң бер мәлендә етди ҡарар ҡабул итергә тура килә. Һөнәр һайлау мәсьәләһе шундайҙарҙан. Уҡыу йортон бөткәс, күп кенә кешеләр икенсе йүнәлеш менән китә, ләкин был минең турала түгел. Мин Уҡытыусы! Әсә теле уҡытыусыһы!
Кемдер был һөнәргә ата – әсәһенән күреп ғашиҡ була, ә миңә был һөнәргә һөйөүҙе уҡытыусыларым тәрбиәләне. Иң яҡшы уҡытыусы - үҙенең уҡыусыһын уҡытыусы итеп тәрбиәләгән уҡытыусы, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр бит! Улар – Гөлсинә Ғилфан ҡыҙы, Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы, Әлфиә Хәлфитдин ҡыҙы. Урыҫлашҡан ҡала булыуына ҡарамаҫтан, Белорет ҡалаһында мин уҡыған мәктәптә балаларҙа рухи ныҡлыҡ тәрбиәләү беренсе урында торғандыр, күрәһең. Уҡытыусыбыҙ рух һындырырлыҡ мөнәсәбәттән ҡурсалап торҙо, тормош һабаҡтары, Башҡортостан тарихы кеүек дәреслектәр, башҡорттарҙа рух, батырлыҡ, халҡының үткәненә ғорурлыҡ, киләсәгенә ышаныс тәрбиәләүгә ҡоролған ине. Беҙ уҡытыусының һөйләгәнен йотлоғоп тыңлап, ҡаныбыҙға, булмышыбыҙға һеңдерҙек. Минең менән бергә уҡыған 4 синыфташым Өфөлә йәшәй. Барыһы ла халҡым, телем тип яна. Улар төрлө һөнәр эйәләре, ләкин башҡарған эштәре бер. Улар балаларын да үҙҙәре кеүек көслө рухлы, патриот итеп тәрбиәләй. Беҙ һәммәбеҙ ҙә трибуна һуғып тел бөтә тип, тамаҡ ярып ҡысҡырмайбыҙ, ә шым ғына балаларыбыҙға күкрәк һуғып һин башҡорт , һин аҫаба башҡорт , һинең ҡан менән яҙылған тарихың бар тип өйрәтәбеҙ. Эльза исемле синыфташымдың улын балалар баҡсаһында урыҫ тәрбиәселәре “был будущий Салават” тип әйтеүҙәре мине һоҡландыра ғына.
Әсә теле уҡытыусыһы булараҡ, үҙемдең Өфө ҡалаһында ҡатнашып йәшәгән ғаилә – дуҫтар араһында балалары менән башҡорт телендә һөйләшеүҙе мотлаҡ тип ҡараған дуҫтарыма ҡарап һоҡланам. Ләкин, ҡала шарттарында түгел, төп башҡорт ауылдарынан булған таныштар балалары менән русса һөйләшеп маташыуҙары күңелһеҙ күренеш.
Әсәй булараҡ та, башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ та баламдың ҡайһы саҡта үҙемә урыҫ телендә өндәшеүе күңелемде ҡыра. Балалар баҡсаһынан ҡайтҡандан һуң, баламдың фекерләүен туған теленә көйләп алыу ҙур тырышлыҡ талап итә. Ғаиләбеҙҙең яҙылмаған ҡанундарында үҙ – ара мотлаҡ әсә телендә һөйләшеү - төп бурыс булып тора. Был ата-әсәләргә еңел генә эш түгел. Баланың туған телен белеп үҫәме, белмәй үҫәме икәнлеге тик ата – әсәләрҙең үҙенә ҡайтып ҡала, сөнки алып барылған сәйәсәт, ҡала мөғите, башҡорт балалар баҡсаһының әҙ булыуы тик кире йоғонто ғына яһай. Ләкин Әсә телендә аралашҡан, уҡыған, фекерләгән бала талантлы, зиһенле булып үҫә. Минеңсә, был проблема буйынса йәштәр араһында аңлатыу эштәре алып барылырға тейеш, сөнки күптәр быны аңлап етмәй. "Башҡорт теле - аралашыу теле" тип түгел, ә "Башҡорт теле - беҙҙең туған телебеҙ" тигән тема аша туған телдең тәбиғәттән һалынған функцияларына ентекләп туҡталып, атай-әсәйҙәр үҙ балаларын туған телдән, тимәк, күңел нурынан яҙҙырыу алдынан аҙыраҡ уйланыр ине. Һәр балаға үҙ халҡын белмәгән кешенән дә наҙаныраҡ, үҙ халҡына юғарынан ҡараған кешенән дә дорфараҡ кеше булмай тигән хәҡиҡәтте аңлатырға кәрәк.
Үҙ урыныңда булыу, тәғәйенләнешеңә тура килеү, тәү ҡарамаҡҡа ғына еңел һымаҡ. Уҡытыусы һөнәре үҙе генә лә әллә күпме һөнәр сифаттарын туплаған бит: ул ғилем эйәһе лә, методист та, тәрбиәсе лә, психологта, актерҙа хатта. Ләкин шуны ла оноторға ярамай, ул – әсә лә. Һәр ҡатын - ҡыҙ уҡытыусы педагогик стажын, минеңсә, икегә бүлә, беренсе этап - бала бағып ултырғанға тиклем, икенсеһе - декреттан һуңғы осор. Әйе, кескәйҙәрҙе яратҡан кеше генә уҡытыусы булып эшләй алалыр, сөнки бәләкәстәрҙе ҡысҡырып та, әрләп тә еңеп булмай, ләкин уларҙың күңел хистәрен аңлау өсөн психолог булыу ғына аҙ, уҡытыусы - әсәй статуслы булһа ғына был нескәлектәргә төшөнә, әйтерһең, унда бығаса тәрәндә ятҡан хис-тойғолар уяна. Хәҙерге балалар тәртипһеҙ, насар, тигән һүҙҙәр менән килешмәйем. Эшемдә минең өсөн иң мөһиме – холоҡ-ҡылыҡтарына, милләтенә, социаль хәленә айырып ҡарамай, балаларҙы ысын күңелдән яратыу, һәр балаға шәхес итеп ҡарау. Уларҙа буласаҡ ата-әсәләрҙе, илдең, донъяның киләсәген күреү. Шуға күрә лә балаларҙы һөйөү, сыҙамлылыҡ, үҙ һөнәренә тоғролоҡ тойғолары уҡытыусының һөнәри нигеҙе булып тора.
Әсә теленең көсө!
Тел... Туған тел...Әсә теле! Ниндәй бөйөк һәм тылсымлы мәғәнәгә эйә был һүҙҙәр. Донъяла һәр кешегә иң ҡәҙерлеһе - үҙ туған теле. Ул телдә кеше донъяны, уның матурлығын белә башлай. Башҡорт теле лә - ата-бабаларҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын , изге йола - ғәҙәттәрен, зирәк күңел күркен бергә туплап беҙҙең көндәргә алып килгән. Был изге аманат. Шунан да яуаплы аманатыбыҙ юҡ беҙҙең. Әсә теле кешенең йәшәүе менән тышҡы яҡтан ғына бәйләнмәгән. Ул тиҙ генә киҫеп ташлай торған кейем түгел. Әсә теле кешенең бөтә тәненә тамыр йәйә,кешенең тотош тәбиғәте әсә теле менән һуғарылған була. Һандуғасҡа тормоштан һайрау һәләтлеге бирелгән кеүек , һәр кемгә тыумыштан үҙенең әсә телен белеү һәм уны тәрән үҙләштереү һәләте бирелгән. Фәҡәт , әсә теле генә, туған тел генә һәр бер уйын, уның аңын, хистәрен һәм күңел хәрәкәттәрен нескәлектәре менән сағылдыра. Шуның менән бергә әсә теле - халыҡ аҡылының тойоуҙары һәм эштәренең ҡиммәтле хазинаһы. Уны өйрәнеү баланы халыҡтың бөтә рухы менән туғанлаштыра.
Әсә теле менән аҡыл – айырылғыһыҙ күренеш, һәр кешегә әсә теле аша ғына аҡыл керергә мөмкин. Юҡҡа ғына халҡыбыҙ “Әсә һөтө менән инмәгәнде, кәзә һөтө менән инмәй” тип әйтмәгән.
Күреүебеҙсә, был хәҡиҡәтте боронғо замандарҙа уҡ яҡшы белгәндәр, хатта ҡайһы берәүҙәр ул белемен яуыз маҡсатта ла ҡулланырға маташып ҡараған. Донъя тарихында быны дәлилләүсе ваҡиғалар етерлек. Хәҙер шуларҙың береһен һөйләп үтһәм, әсә теленең ниндәй аҡыл көсөнә эйә булыуын күрһәтә алырмын, тип уйлайым.
ХVI быуаттың баштарында Европала немецтар Чехияны тыныс юл менән оккупациялай. Йәғни бер ниндәй ҡан ҡойошһоҙ, хәйләле юлдар менән бөтә власты үҙ ҡулдарына төшөрә башлай. Күпмелер ваҡыттан һуң Чехияның власть структураларында бер чех та ҡалмай, хатта Праганың ҡала советында тик немецтар ғына тороп ҡала. Бындай тормош оккупанттарға шул тиклем оҡшай, шуға улар Чехияны мәңгегә үҙ ҡулдарында тоторға уйлай. Ә бының өсөн чех халҡына милләт булараҡ үҫергә ирек бирмәҫкә, уларҙы аҡылһыҙ итеп, «икенсе сорт» кимәлендә тоторға кәрәк. Сөнки тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татыған немецтар шуны яҡшы аңлаған: әгәр чехтарға аҡыл яғынан үҫергә ирек бирелһә, уларҙы властан ғына түгел, ҡылған эштәре өсөн илдән дә ҡыуып сығарасаҡтар – аҡыллы милләттең үҙ илендә хужа булырға теләүе тәбиғи күренеш ул.
Ә нисек итеп уларҙы «икенсе сортлы» итергә? Немецтар бының юлын уйлап таба. Ғөмүмән, улар – Европалағы иң көслө фекерләүсе милләт. Бигерәк тә улар кеше психологияһын яҡшы белгән. Дөрөҫ, ХVI быуатта психология тигән фән булмаған әле, ул ваҡытта философияның бер тармағы ғына булып иҫәпләнгән. Уның ҡарауы, иң көслө философтар немецтар араһынан сыҡҡан: И. Кант, Гегель, А. Шопенгауэр, Ф. Ницще... Әгәр егерменсе быуатҡа тиклем Европала йәшәгән күренекле ун философты атарға ҡушһалар, иманым камил, шуның бишәүһе немец милләтенән булыр ине.
Бына шул кеше психологияһын яҡшы белгән немецтар ХVI быуаттың башында уҡ чехтарҙы түбән аҡыллы милләт итеп ҡалдырыу юлын таба алған. Уның юлы ябай ғына: чехтарға әсә телендә белем алыу тыйылған – уларҙы көсләп немец телендә уҡыта башлағандар. Шулай уҡ милли йолалар үткәрелмәгән. Ябай күренһә лә, былар бик һөҙөмтәле юл ул. Шуға бындай милләтте юҡҡа сығарыу ысулының һөҙөмтәләре оҙаҡ көттөрмәгән. Ысынлап та, чех халҡының аҡылы күҙгә күренеп төшкән, хатта уларҙың күбеһе бысраҡ эшкә генә ярай башлаған. Ә иң ҡурҡынысы: күренекле шәхестәре, ижад кешеләре ҡырҡа кәмегән.
Немецтарҙың был яуыз ниәтен беренселәрҙән булып Прага университеты профессоры Ян Гус аңлап ала. Ул әсә телен, милли йолаларҙы һаҡлау өсөн көрәш башлай: халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып бара, бик күп ялҡынлы сығыш яһай, фәнни китаптар яҙа. Бигерәк тә «Чех теле грамматикаһы» исемле хеҙмәте алдынғы ҡарашлы милләттәштәре тарафынан яратып ҡабул ителә. Тырышлығы бушҡа китмәй – халыҡ көрәшкә күтәрелә, был ваҡиға тарихҡа «Гуситтар хәрәкәте» исеме менән инеп ҡалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көрәш баҫтырыла, ә Ян Гус ихтилалға тиклем үк язалап үлтерелә...
Ләкин уның башлаған эшен дауам итеүсе кеше табыла. Уның исеме – Ян Амос Коменский. Ул донъялағы иң күренекле педагог ҡына түгел, ә ысын мәғәнәһендә әсә теленең көсөн, уның белем биреүҙәге әһәмиәтен аңлаған бөйөк шәхестәрҙең береһе. Шуға педагогикаһының күп өлөшөн әсә телен һаҡлау һәм үҫтереүгә бағышлай. Мәҫәлән, мәктәп директоры булып эшләй башлаған ваҡытта уҡ хеҙмәт юлын шул вазифанан башлап ебәрә, беренселәрҙән булып балаларҙы әсә телендә уҡытыуҙы ойоштора. Бик күп фәнни хеҙмәт тә яҙа, әйтәйек, «Чех теленең хазина һандығы», «Телдәргә асыҡ ишектәр» һ. б. Ә бына «Бөйөк дидактика» исемле иң күренекле әҫәрен үҙенең әсә теле – чех телендә ижад итә. Был ул ваҡытта батырлыҡ булып һаналған, сөнки фәнни хеҙмәттәр йә немец, йә латин телдәрендә генә яҙылырға тейеш булған...
- Бына уның әсә теленә ҡағылышлы ҡайһы бер теориялары. Ян Коменский тәрбиә һәм белем биреүҙе дүрт осорға бүлгән.
- Алты йәшкә тиклемге беренсе осорҙо «Әсә мәктәбе» тип атаған, бында ғаилә тәрбиәһе тураһында һүҙ барғаны аңлашылалыр.
- Ә бына алты йәштән 12 йәшкә тиклемге икенсеһенә «Әсә теле мәктәбе» тип исем биргән. Был осорҙа бала мәктәптәге бөтә предметтарҙы мотлаҡ туған телдә уҡырға тейеш. Ни өсөн икәнен ғалим былай тип аңлата: үҫеш закондары буйынса, 12 йәштәр тирәһендә баланың фекерләү һәләте формалашып бөтөргә, нығынырға тейеш; бына ошо формалашыу процесына ыңғай шарт тыуҙырыу өсөн әсә телендә уҡырға кәрәк. Әгәр ошо осорҙа бала икенсе телдә уҡыһа, ул процесс туҡтала. Был теорияларҙың дөрөҫлөгөн 400 йылдан һуң, ХХ быуат башында, Швейцария психологы Жан Пиаже тәжрибә юлы менән иҫбат итә. Тик ул фекерләү операцияларының 12 йәштә түгел, ә 14 – 16 йәштәрҙә формалашып бөтөүен күрһәтә.
Әгәр әсә телендә уҡымаған кешенең фекерләү һәләте үҫмәй ҡала икән, үҙ телендә уҡымаған бөтөн бер милләт менән нимә булыр? Дөрөҫ фекерләмәгән милләт аҡылһыҙға әйләнеп, юҡҡа сығасаҡ. Был хәҡиҡәтте немецтар шул ваҡытта уҡ белгән. Ләкин улар чехтарҙы юҡҡа сығара алмаған, сөнки әсә телен һәм аҡылын һаҡлаған, шулай уҡ Ян Гус, Ян Коменский (һ. б.) кеүек шәхестәре булған милләтте бөтөрөп булмай. Икенсенән, милләттәрҙе ниндәйҙер бер кеше уйлап сығармаған, тәбиғәт барлыҡҡа килтергән. Әгәр ниндәйҙер милләтте бөтөрөргә тырышалар икән, тәбиғәткә, тәбиғәт закондарына ҡаршы сығалар. Дин күҙлегенән ҡарағанда, Аллаһы Тәғәлә менән көрәш башлайҙар. Бына шуға йәшәү өсөн көрәшкән (аҡыллы булғандар ғына көрәшә) милләтте еңеп булмай, сөнки Аллаһы Тәғәлә улар менән.
Тәбиғәт кешелә иҫ китмәле зиһен булдырған - ул күп телдәр өйрәнеүгә һәләтле. Бының үҙ ғилләһе бар: аралашыу өсөн күпме тел кәрәк - шул тиклем өйрән, әммә туған телең иҫәбенә булмаһын, сөнки туған тел - аралашыу ҡоралы ғына түгел. “Туған тел - быуындарҙы-быуындарға бәйләп тотор ҡөҙрәт,” - тип билдәләмә бирә Мәрйәм Бураҡаева. Джәлил Кейекбаев 10 тел белгән. Бер конференцияла ул 6 телдә сығыш яһаған. Ә итальянец Джанни Пуччо 125 тел белә!
Халыҡ тигән төшөнсә - ул бөгөн йәшәгән кешеләр генә түгел. Халыҡ ул - үткән быуын рухы, бөгөнгөнөң һыйланышы, киләсәктең нурланышы. Халыҡ тигән бөйөк көстө бәйләп тотҡан ҡөҙрәт, көс - уның туған теле. Теленән яҙмаған һәр кеше ошо бөйөк көстән рухланып, илһам алып йәшәй. Ә инде теленән, тимәк, халҡынан айырылған кеше тамырһыҙ ҡамғаҡҡа әйләнә, сөнки ул, туған телен белмәгәнлектән, өлкәндәр менән аралаша алмай, быуындар бәйләнеше өҙөлә, нәҫел тамыры ҡаҡшай. Аралашыу ярым-ярты ғына көйө атаһы менән әсәһе быуынынан ары китмәй. Ә үткәндәрҙән көс-ҡеүәт ала алмағас, артабанғы быуынында ла дауам итә алмай. Үҙ тамырыңдан айырылыу йәшәйеш нигеҙен ҡаҡшата, рухи һут алыу сығанағын юҡҡа сығара.
Үҙемдең Өфө ҡалаһында ҡатнашып йәшәгән ғаилә – дуҫтар араһында балалары менән башҡорт телендә һөйләшеүҙе мотлаҡ тип ҡараған дуҫтарыма ҡарап һоҡланам. Ләкин, ҡала шарттарында түгел, төп башҡорт ауылдарынан булған таныштар балалары менән русса һөйләшеп маташыуҙары күңелһеҙ күренеш. Әсәй булараҡ та, башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ та баламдың ҡайһы саҡта үҙемә урыҫ телендә өндәшеүе күңелемде ҡыра. Балалар баҡсаһынан ҡайтҡандан һуң, баламдың фекерләүен туған теленә көйләп алыу ҙур тырышлыҡ талап итә. Ғаиләбеҙҙең яҙылмаған ҡанундарында үҙ – ара мотлаҡ әсә телендә һөйләшеү - төп бурыс булып тора. Был ата-әсәләргә еңел генә эш түгел. Баланың туған телен белеп үҫәме, белмәй үҫәме икәнлеге тик ата – әсәләрҙең үҙенә ҡайтып ҡала, сөнки алып барылған сәйәсәт, ҡала мөғите, башҡорт балалар баҡсаһының әҙ булыуы тик кире йоғонто ғына яһай. Ләкин Әсә телендә аралашҡан, уҡыған, фекерләгән бала талантлы, зиһенле булып үҫә. Минеңсә, был проблема буйынса йәштәр араһында аңлатыу эштәре алып барылырға тейеш, сөнки күптәр быны аңлап етмәй. "Башҡорт теле - аралашыу теле" тип түгел, ә "Башҡорт теле - беҙҙең туған телебеҙ" тигән тема аша туған телдең тәбиғәттән һалынған функцияларына ентекләп туҡталып, атай-әсәйҙәр үҙ балаларын туған телдән, тимәк, күңел нурынан яҙҙырыу алдынан аҙыраҡ уйланыр ине. Һәр балаға үҙ халҡын белмәгән кешенән дә наҙаныраҡ, үҙ халҡына юғарынан ҡараған кешенән дә дорфараҡ кеше булмай тигән хәҡиҡәтте аңлатырға кәрәк.
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ- тында үткән Халыҡ – ара ғилми-ғәмәли конференцияла Хакас Республикаһы вәкиле былай тине: “Республикала туған телен халыҡтың тик 12% белә. Улары ла 63 – 70 йәшлек әбей һәм бабайҙар. Ә үҙ телендә ижад иткән иң йәш шағирға 43 йәш”. Был картинаны ситтән күҙәтеп торһаң үрҙә яҙылған Чехияға ауаздаш халыҡ кеүек тойола.
ЮНЕСКО ойошмаһы фекеренсә, бөгөн телдәрҙең үҫешенә бер тигеҙ шарттар тыуҙырылмаған, уларҙың күбеһе ҡурсалауға, ярҙамға мохтаж. Бөгөн бөтә телдәрҙең дөйөм һанының 96 процентында ер шары халҡының тик 4 проценты ғына һөйләшә.
Тормош-көнкүрештә, мәғарифта һәм киң мәғлүмәт сараларында файҙаланылмауы арҡаһында бер нисә йылдан һуң ер шарында булған яҡынса 6700 телдең яртыһынан күберәгенең юғалыуы ихтимал. 15 көн һайын бер тел юғалыуға дусар була.
Ә хәҙергә беҙҙең илдә, үкенескә күрә, балаларҙың әсә телендә белем алыуы ниндәйҙер законға түгел, тик ата-әсәләрҙең аҡыл кимәленә бәйле. Әгәр балаларын матди яҡтан ғына бай булып йәшәһен тип маҡсат ҡуялар икән – уларҙы әсә телендә уҡытыу мөһим тип һанамайҙар; сөнки күп итеп аҡса эшләү өсөн ниндәй телдә һөйләшһәң дә барыбер. Ә кемдәр балаларының ижад кешеһе булыуын, кеше булараҡ үҫеүен, был тормошта үҙ урынын табыуын маҡсат итеп ҡуя, ундай ата-әсә өсөн әсә теле – белем һәм тәрбиә биреү ҡоралы, улар уны күҙ ҡараһы кеүек ҡәҙерләй, һаҡлай һәм һаҡлаясаҡ.
Матур башҡорт телен онотмайыҡ, үҙ телебеҙҙә һөйләшәйек. Әсә теле донъяла иң ҡиммәтле хазина , шуға уны өйрәнәйек һәм һаҡлайыҡ.
Рух ҡошо тураҺында риүәйәт
Донъяла Рух тигән ҡош бар. Башҡа бөтә ҡоштарҙан да айырмалы рәүештә, Рух ҡошо нурҙан ғына тора һәм күҙгә күренмәй. Уны бары тик күңел менән генә тойоп була.
Ер йөҙөндә йәшәгән һәр бер халыҡтың үҙ Рух ҡошо була. Һәр халыҡ үҙ Рух ҡошо менән бергә барлыҡҡа килә. Рух ҡошо халыҡтың улдарының һәм ҡыҙҙарының күңел йылылығынан көс ала. Ә күңел йылылығы халыҡтың үҙ булмышына, үҙ моңона, теленә һөйөүенән, бер-береһенә булған күңел тартымынан, киләсәк алдындағы бурыстарына яуаплылыҡ тойғоһонан ярала. Ошо йылылыҡтан көс алған Рух ҡошо иһә халыҡҡа юғарылыҡҡа, оло маҡсат менән йәшәүгә ынтылыш, саялыҡ, ғорурлыҡ, ихтыяр көсө рәүешендә рухи ҡеүәт бирә.
Әгәр халыҡ үҙ булмышына хыянат итһә, Рух ҡошоноң көсө кәмей башлай. Үҙ теленә, моңона, ижадына һөйөүе һүрелһә, уның ғорурлығы юҡҡа сыға. Бер-береһенә булған күңел тартымы ҡаҡшаһа, ихтыяр көсө кәмей.
Киләсәк алдындағы бурыстарын онотһа, оло маҡсат менән йәшәүгә ынтылыш та, саялыҡ та селпәрәмә килә.
Ә Рух ҡошоноң көсө кәмеһә, халыҡ хәлһеҙләнә. Хәлһеҙләнгән халыҡ үҙ Рух ҡошон йәшәтеү өсөн тейешле кимәлдә йылылыҡ бирә алмай.
Сит халыҡтар араһына сығып киткән кешеләрҙең иһә үҙ Рух ҡоштары менән күңел нурҙарының бәйләнештәре бик ныҡ бушай. Шуға ла улар сит ерҙәрҙә йәшәгәндә, йөрәктәрендә ниндәйҙер бушлыҡ һәм үҙәк өҙгөс һағыш тоя башлай. Йырҙарын һағынамы, тыуып-үҫкән ерҙәренме, туғандарынмы — үҙҙәре лә белмәй һәм аңламай. Ә һағыштың төп сәбәбе — үҙ халҡының Рух ҡошо менән күңел бәйләнешенең өҙөлөүе. Ситкә күмәкләп сығып китеүселәр генә, әгәр ҙә күңел көстәре етһә, үҙ халҡының ҡошонан ҡеүәт ала башлай, тик бының өсөн бик ҙур ихтыяр көсө кәрәк. Әммә улар үҙҙәре иһә Рух ҡошон йәшәтеүгә күңел йылылығы бирә алмай.
Халҡы көслөрәк булған һайын Рух ҡошо ла ҙурыраҡ була һәм оҙағыраҡ ғүмер итә. Ләкин ул ниндәй генә ҙур булмаһын, мең ярым йылдан оҙаҡ йәшәй алмай. Үҙ ғүмерен йәшәгәс, ояһына ултыра ла үлергә әҙерләнә. Рух ҡошоноң хәле бөткән һайын, халҡы ла ҡарыуы ҡайтыуын тоя. Был осорҙа халыҡ ялҡаулана, вайымһыҙлана, насар холоҡтарға һәм төрлө ауырыуҙарға тиҙ бирешә башлай. Рух ҡошо һәм бер-береһе менән бәйләп торған күңел нурҙары кәмегәндән кәмей, бушағандан бушай бара. Халыҡ яйлап ҡына тарҡала, күпселеге үҙе өсөн генә йәшәүҙе өҫтөн ҡуя. Һәм шуның менән үҙ-үҙен тағы ла көсһөҙләндерә, Рух ҡошоноң үлемен яҡынайта.
Ошо ваҡыт халыҡтың күпселеге Рух ҡошоноң көслө саҡтарын һағына, үҙәк өҙгөс йырҙар ижад итә, ниҙер эшләргә ынтыла, йөрәктәрендә нимәлер етмәүен тоя. Ләкин, бөйөк эштәр башҡарыу өсөн, уларҙың йөрәк һәм теләк көстәре — рухтары етмәй.
Ошо ауыр осорҙа халыҡтың бер өлөшө генә — иң көслө, иң рухлы улдары һәм ҡыҙҙары йөрәктәрендә Рух ҡошо менән бәйләнешен һаҡлай. Әммә күңелдәре хәүефләнә, йөрәктәре ниндәйҙер көстөң кәмегәндән кәмей барыуын һиҙә. Тик улар, дөйөм халыҡтан айырмалы рәүештә, нимә булһа ла эшләп, халыҡтың күңеленә элекке рухты ҡайтарырға тырыша. Халыҡ уларға эйәреп ынтылып та, талпынып та ҡарай, тик рух көсө бик һирәктәрендә генә уяна.
Бына иң ҡурҡыныс көн килеп етә, һәм Рух ҡошо үлә. Ошо көндән халыҡтың күпселеге ниндәйҙер бушлыҡ тоя. Башҡа бер нәмәне лә һағынмай; теле, халҡы, үткәндәре һәм киләсәктәре алдында бурыстары барлығын да онота. Улар өсөн иң мөһиме — бөгөнгө көн һәм ул үҙе. Һәр береһе айырым. Хатта ғаилә бәйләнештәре лә өҙөлә башлай. Халыҡтың күпселеге тере мәйеткә, ә рухһыҙ күңелдәре — ҡол күңелдәренә әйләнә: саялыҡ менән тәүәккәллек — әрләшергә яратыусанлыҡҡа; дуҫлыҡ — кешенән файҙа эҙләүгә; сәмселлек — көнсөллөккә; бер-береһенә ихтирам — ярамһаҡланыуға; ғорурлыҡ — үсексәнлеккә; тура һүҙлелек ғәйбәт һөйләргә яратыуға алмашынып бөтә.
Рухи байлыҡҡа ынтылыш та матди байлыҡҡа алмаштырыла.
Хатта кешенең аҡылы тураһында ла тик байлығы буйынса ғына фекер йөрөтөлә.
Халыҡта хаинлыҡ өҫтөнлөк ала башлай.
Ә күңелдәрендә Рух ҡошоноң эҙҙәрен һаҡлағандар ошо хәлде күреп, күңел ғазаптарына дусар була. Халыҡ булмышының төп сығанағы булған моңдо һәм телде, саялыҡты һәм ғәйрәтте, тоғролоҡто һәм ғорурлыҡты тергеҙергә тырыша, күңелдәрендә һаҡланған йылылыҡты бөтә халҡы менән уртаҡлашырға ынтыла. Ләкин халыҡтың күпселеге быны аңлай ҙа алмай, аңларға теләмәй ҙә, сөнки күпселек тик үҙе өсөн генә йәшәргә теләй, башҡа бер нәмә менән дә ҡыҙыҡһынмай, киреһенсә, рухлыларға аптырап: «Нимә етмәй һуң һеҙгә?» — тип ғәжәпкә ҡала.
Ә рухлылар һаман Рух ҡошон терелтергә тырыша. Көслөрәктәре — көрәшә, көсһөҙөрәктәре инде, халҡының был мәсхәрәһен күрмәҫ өсөн ситкә сығып китә. Әммә бөтәһенең дә күңелдәре һыҙлай, бөтәһе лә өмөтһөҙлөктән тонсоғор сиккә етә.
Ләкин өмөт бар. Сөнки Рух ҡошо үлер алдынан, үҙ нәҫелен дауам итеү өсөн, бер йомортҡа һалып ҡалдыра. Бер генә йомортҡа. Рух ҡошо үлеп, күпмелер ваҡыт үткәс, шул йомортҡа эсенән кескәй генә, көсһөҙ генә ҡошсоҡ килеп сыға. Кошсоҡ Рух ҡошо¬ноң эсендә тупланған ризыҡ менән туҡлана, ә халыҡтың рухлы өлөшө, үҙҙәре лә һиҙмәйенсә, эшмәкәрлеге һәм күңел көстәре менән шул ҡошсоҡто йылыта, йәшәтә.
Әгәр ҙә халыҡ күңелендә шул ҡошсоҡто йәшәтерлек көс етмәй икән, ҡошсоҡ көс йыйып өлгөрмәйенсә, һәләк буласаҡ, һәм уның халҡы шул көндән башлап Ер йөҙөнән бөтөнләйгә юҡҡа сыға башлай. Был күренешкә күрше халыҡтар битараф ҡала, ҡайғыр¬майҙар ҙа. «Рухһыҙҙарға шул кәрәк», — тип кенә ҡуялар.
Ә әгәр ҙә халыҡ күңеле Бәләкәй ҡошсоҡто көс кергән сағына тиклем йылытып, йәшәтеп тора алһа, йөҙ ярым йылдан һуң яңы Рух ҡошона әйләнә, һәм ошо осорҙан башлап халыҡ үҙенең уянғанын: йөрәгендә яңы ҡеүәт барлыҡҡа килгәнен; Рух ҡошоноң йәшәүен; һәм үҙҙәренә саялыҡ, ғорурлыҡ, ихтыяр көсөнөң оло маҡсаттар менән йәшәүгә дәрт биреп тороуын тоя башлай. Кешеләр яңынан бер бөтөнгә — халыҡҡа ойоша, бер-береһен ярата башлай, онотолоп бөтөп барған
телен, үҙ халҡына хас исемдәрен,
моңон яңынан тергеҙәләр, йөрәктәрендә бер-береһе менән дә, Рух ҡошо менән дә нур бәйләнеше булдыралар. Бынан һуң уларға бер генә шарт ҡуйыла — үҙ рухтарына, үҙ булмышына хыянат итмәү...
Бөгөнгө көндә беҙҙең халҡыбыҙҙың Рух ҡошоноң хәл торошо нисек? Ул ниндәй осорҙо кисерә? Рух көсөн кем һаҡлай? Рухты һаҡлауҙа башҡорт теле уҡытыусыларының роле ниндәй?
Кешенең байтаҡ сифаттары ҡан аша күсә, әммә үҙтәрбиә менән уға үҙгәреш индереп була. Рухи ныҡлыҡ —тәрбиә менән бирелә торған сифат, һәм уны мотлаҡ тәрбиәләргә кәрәк. Сөнки ул башҡорт ҡанында булған һәм әле ойоған хәлдә. Ә рухи ныҡлыҡ тәрбиәләр өсөн өс шарт — өс таяныс кәрәк: маҡсат, үҙ көсөңә ышаныс һәм ихтыяр көсө йәки ныҡышмалылыҡ. Рухи ныҡлыҡ өсөн ошо өс таяныстың булыу-булмауының ниндәй әһәмиәткә эйә икәнлеген билдәләү маҡсатынан тормошта булған ваҡиғаларға күҙ һалайыҡ һәм «кешене күҙәтәйек, үҙебеҙҙе төҙәтәйек».
Урыҫлашҡан ҡала булыуына ҡарамаҫтан, Белорет ҡалаһында мин уҡыған мәктәптә балаларҙа рухи ныҡлыҡ тәрбиәләү беренсе урында торғандыр, күрәһең. Уҡытыусыбыҙ рух һындырырлыҡ мөнәсәбәттән ҡурсалап торҙо, тормош һабаҡтары, Башҡортостан тарихы кеүек дәреслектәр, башҡорттарҙа рух, батырлыҡ, халҡының үткәненә ғорурлыҡ, киләсәгенә ышаныс тәрбиәләүгә ҡоролған ине. Беҙ уҡытыусының һөйләгәнен йотлоғоп тыңлап, (бер ниндәйҙә ФГОСта кәрәкмәй ине) ҡаныбыҙға, булмышыбыҙға һеңдерҙек. Минең менән бергә уҡыған 4 синыфташым Өфөлә йәшәй. Барыһы ла халҡым, телем тип яна. Улар төрлө һөнәр эйәләре, ләкин башҡарған эштәре бер. Улар балаларын да үҙҙәре кеүек көслө рухлы, патриот итеп тәрбиәләй. Беҙ һәммәбеҙ ҙә трибуна һуғып тел бөтә тип, тамаҡ ярып ҡысҡырмайбыҙ, ә шым ғына балаларыбыҙға күкрәк һуғып һин башҡорт , һин аҫаба башҡорт , һинең ҡан менән яҙылған тарихың бар тип өйрәтәбеҙ. Эльза исемле синыфташымдың улын балалар баҡсаһында урыҫ тәрбиәселәре “был будущий Салават” тип әйтеүҙәре мине һоҡландыра ғына.
Үҙем уҡытыусы булараҡ бөгөн ҡала шарттарында рух тәрбиәләү нисегерәк алып барылырға тейеш? тигән һорау ҡуям. Әллә “ярай ҡалала манҡорттар күп, башҡорт юҡ тип, аҡланып ҡына ҡуйырғамы?” Юҡ , былай эш итергә минең әлеге лә баяғы рух менән һуғарылған күңелем рөхсәт итмәй. Әгәр дәресемә ингән уҡыусыларҙың араһынан икәү генәһенә булһа ла башҡорт рухы тәрбиәләй алам икән, ҡалғаны үҙе килә. Рухи яҡтан камил булған кеше үҙ булмышына, үҙ моңона, теленә һөйөүенән, бер-береһенә булған күңел тартымынан, киләсәк алдындағы бурыстарына яуаплылыҡ тойғоһонан ярала. Рухи яҡтан сәләмәт кеше киләсәге өсөн дә ҡалҡан була ала. Халҡыбыҙҙа ундайҙар күп булғандыр, юғиһә, күҙ ҡарашы етмәҫ ерҙәрҙе һаҡлап, «аямаған йәнен, түккән ҡанын, һис бирмәгән башҡорт Уралын» тип йырларлыҡ сая егеттәребеҙ, халыҡ моңон, традицияһын, ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын һәм ошоларҙың бөтөнөһөнөң дә нигеҙе булған телебеҙҙе һаҡларлыҡ олатай-инәйҙәребеҙ ниндәй сифаттарға эйә булды икән? Әлбиттә, рухи ныҡлыҡ.
Ҡайһы саҡта халҡыбыҙҙың тарихы менән етәрлек кимәлдә ғорурландыҡ, ә ҡасан үҙебеҙ тарих булдырырбыҙ тип өндәшке килә. Ләкин шул минутта Вадим Фатхиевич Сафиндың һүҙҙәре иҫкә төшә һәм ысын башҡорт тәрбиәләүҙә тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәй: бөгөнгө көндә милләтебеҙҙе күтәреү өсөн бер юл ғына бар, ул да булһа белем. Рух ныҡлығына өҫтәп бөгөнгө көндә юридик яҡтан, сәйәси яҡтан белемле патриот тәрбиәләү төп бурыс булып тора.
Мәрйәм Бураҡава һүҙҙәре менән бөтөргөм килә.
Аңды яҡтыртайыҡ, Рухты ҡанатландырайыҡ, Ғәмде уяулатайыҡ, Ырыҫты ишәйтәйек, Моңдо дәртләндерәйек, Аҡылды зирәкләндерәйек, Ҡотто нурландырайыҡ.