Белеүебеҙсә, электрон уҡытыуға интерактивлыҡ, һығылмалылыҡ, индивидуаль ҡараш, шулай уҡ, белемдәре, мөмкинселектәре төрлө булған уҡыусыларҙың уҡыу процесын уңышлы ойоштороу инә. Традицион дәрестең уңышлы яҡтары: уҡыусылар менән эмоциональ аралашыу, яңы асыштар.
Мәктәптәрҙә интерактив оборудованиелар һәм электрон уҡытыу ресурстар ҡулланыла, ләкин системалы рәүештә түгел. Әгәр беҙ ошо ресурстарҙы бергә системалы рәүештә ҡулланһаҡ - Ҡатнаш уҡытыу бар тигән һүҙ. Тимәк, традицион һәм электрон уҡытыуҙы бергә ҡушып белем биреүҙе ойоштороу яңы заманса технология барлыҡҡа килтергән – Ҡатнаш технология. Әсә теле дәрестәрендә лә был технологияны файҙаланырға мөмкин. Шуны күҙ уңында тотоп, мин икенсе йыл инде “Әсә теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә Ҡатнаш уҡытыуҙың мөмкинселектәре” тигән тема өҫтөндә эшләйем.