Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле уҡытыусылар, ата-әсәләр, уҡыусылар!
Мин һеҙҙе үҙемдең сайтымда күрергә бик шатмын!
Үҙегеҙ өсөн кәрәкле мәғлүмәттәр таба алырһығыҙ, тигән ышаныста ҡалам!

[ Добавить новость ]

    Белеүебеҙсә, электрон уҡытыуға интерактивлыҡ, һығылмалылыҡ, индивидуаль ҡараш, шулай уҡ, белемдәре, мөмкинселектәре төрлө булған уҡыусыларҙың уҡыу процесын уңышлы ойоштороу инә. Традицион дәрестең уңышлы яҡтары: уҡыусылар менән эмоциональ аралашыу, яңы асыштар.

   Мәктәптәрҙә интерактив оборудованиелар һәм электрон уҡытыу ресурстар  ҡулланыла, ләкин системалы рәүештә түгел. Әгәр беҙ ошо ресурстарҙы бергә системалы рәүештә ҡулланһаҡ -  Ҡатнаш уҡытыу бар тигән һүҙ. Тимәк, традицион һәм электрон уҡытыуҙы бергә ҡушып белем биреүҙе ойоштороу яңы заманса технология барлыҡҡа килтергән – Ҡатнаш технология. Әсә теле дәрестәрендә лә был технологияны файҙаланырға мөмкин. Шуны күҙ уңында тотоп, мин икенсе йыл инде “Әсә теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә Ҡатнаш уҡытыуҙың мөмкинселектәре” тигән тема өҫтөндә эшләйем.